Башҡортостан Республикаһы
Дүртөйлө ҡалаһы
12-се һанлы “Алтынсәс” балалар
баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә
“Моң байрамы”
темаһына үткәрелгән асыҡ сара.
СКАЧАТЬ (полный материал)
Үткәрҙе: тәрбиәсе
Хакова Эльвира Р.
2018-2019 уҡыу йылы.
Маҡсат: балаларҙы халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштырыуҙы дауам итеү; балаларҙың уйыны аша тасуири һөйләү мәҙәниәтен, ижади һәләтен, ролдәрҙе тасуири башҡарыу оҫталығын үҫтереү; балаларҙа музыкаға ҡыҙыҡһыныу уятыу, ритмды һәм динамик ишетеү һәләтен үҫтереү, көй менән бергә хәрәкәт итеү; бер-береһенә ихтирам, тыуған иленә, теленә, халҡына һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Бергә: Алтын ҡояш, һаумы!
Зәңгәр һауа, һаумы!
Шаян елкәй, һаумы!
Кескәй имән, һаумы!
Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә,
Сәләмләйем, һеҙҙе лә!
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, ниндәй матур алансыҡ. Бөгөн мин һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә, ошондай матур алансыҡҡа, моң байрамына саҡырам. Рәхим итегеҙ!
“Аҡ сәскәләр” бейеүе.
Тәрбиәсе: Балалар, беҙ һеҙҙең менән ниндәй илдә йәшәйбеҙ? Дөрөҫ, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Башҡортстан-беҙҙең Тыуған илебеҙ. Ата-олатайҙарыбыҙ ҙа ошонда йәшәгән. Кешенең, ата-әсәһе кеүек үк, Тыуған иле лә берәү генә була.
Тәрбиәсе. Беҙҙең еребеҙ ҙур һәм бай. Башҡортостанда күккә олғашҡан бейек тауҙар ҙа, ҡара урмандар ҙа күп, далалар ҙа бар.
Башҡортостан-тыуған ерем,
Һине һөйәм, һине яратам.
Һинең менән һәр саҡ ғорурланам,
Һине маҡтап йырҙар таратам.
Йыр “Тыуған илем”.
Тәрбиәсе : Ә хәҙер инде балалар моң байрамы булғас,халҡыбыҙҙың музыка ҡоралдарын иҫкә төшөрөп китәйек.
(Ҡурай моңо яңғырай.)
Тәрбиәсе: Балалар, был ниндәй музыка ҡоралы?
Балалар: Ҡурай.
Тәрбиәсе: Эйе, был ысынлап та ҡурай. Ҡурай-ул үлән. Ҡураған көпшәнән яһалғанға ҡурай тип атағандар ҙа инде. Ҡурай тураһында халҡыбыҙҙың бик күп әкиәт, легенда,ҡобайырҙары бар.
Балалар,ҡурайға нисә йәш тип уйлайһығыҙ?
Ҡурай 4 мең йәштән дә өлкәнерәк икән. 922 йылда башҡорт ерҙәре аша ғәрәп илсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан Болғар ханлығына барған. Шунда халҡыбыҙҙың ҡурайы һәм үҙе ишеткән “ Сыңрау торна” көйө тураһында яҙып ҡалдырған. Тыңлап алайыҡ әле, балалар, ошо көйҙө.
“Сыңрау торна” көйө яңғырай.
1-се бала. Беҙҙең тыуып үҫкән ерҙә,
Тыңла,үләндәр йырлай.
Нимә тиеп һораһағыҙ,
Ул-моңло ҡырлы ҡурай.
“ Ҡурай” бейеүе башҡарыла.
2-се бала. Ябай ҡурай моңға урай,
Һис тауыш юҡ шылт иткән.
Йырлатҡан да, бейеткән дә-
Моң тирмәне шул икән.
Тәрбиәсе: Ҡаһым түрә, Салауат та
Булған оҫта ҡурайсы.
Әйҙә, егет, оялмасы,
Ҡурайыңда уйнасы.
Егет ҡурайҙа уйнай.
Тәрбиәсе: Ә хәҙер инде ниндәй музыка ҡоралын күрәһеғеҙ? Дөрөҫ,ҡумыҙ.
1-се бала. Таҡмаҡтар әйтәм әле,
Ҡумыҙым сиртәм әле,
Таҡмаҡ әйтеп, ҡумыҙ сиртеп,
Һеҙҙе бейетәм әле.
Тәрбиәсе ҡумыҙҙа уйнай.
2-се бала. Сың-сыңла һин, ҡумыҙым,-
Бейеһен егет, ҡыҙың.
Бер дәртләнеп алһындар,
Етеҙ, оҫта баҫһындар.
Уйын “Аҡ тирәк-күк тирәк”.
Тәрбиәсе: Йәгеҙ балалар “Аҡ тирәк-күк тирәк” тигән уйынды уйнап алайыҡ.
Аҡ тирәк-күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Беҙгә Дилә кәрәк.
-Был ҡыҙға ниндәй яҙа?
Әтәс булып ҡысҡырһын.
–Ки-кри-күк! (өс тапҡыр). Афарин!
Аҡ тирәк-күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Беҙгә Салауат кәрәк.
-Был малайға ниндәй яҙа?
Шиғыр һәйләһен.
С. Юлаев. Тыуған илем.
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым.
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым-
Минең иҙге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Тәрбиәсе: Йәгеҙ тағы ла бер тапҡыр уйнап алайыҡ.
Аҡ тирәк-күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Беҙгә Азалия кәрәк.
-Был ҡыҙға ниндәй яҙа?
Башҡорт халыҡ аштарын һанап сыҡһын.(баурсаҡ,бәлеш...)